(Балалар күңелле көй аҫтында залға инәләр)
Алып барыусы: Һаумыһығыҙ ҡәҙерле балалар, килгән ҡунаҡтар! Бөгөн беҙҙә оло байрам – Башҡортостан Республикаһының үҙаллыҡ яулап алған көнө. Бөйөк Башҡортостан был байрамды тантаналы итеп билдәләй. Барығыҙҙы ла ошо милли байрам менән ҡотлайбыҙ.
Башҡортостан – алтын бишек,
Йырлана күп йырҙар ҙа.
Тауҙарында бай хазина,
Иген шаулай ҡырҙарҙа.
Башҡортостан – тыуған ерем,
Бала саҡ гөрләп үтә!
Тыуған илем – бәхет иле,
Шундай илгә ни етә?!.
Йыр “Башҡорт телендә һөйләшәм”
Алып барыусы: Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символдары бар. Балалар, ә һеҙ ниндәй символдарҙы беләһегеҙ? (гимн, герб, флаг). Бөтәһе лә өс символ, әйҙәгеҙ, һеҙҙең менән бөгөнгө байрамыбыҙҙа иҫкә төшөрөп алайыҡ, нимә аңлата улар.
Гимн – илдең суверенлығын, уның халыҡтары берҙәмлеген һәм дуҫлығын кәүҙәләндереүсе символ, шуға ла гимнды тороп тыңлар кәрәк. Әйҙәгеҙ, беҙҙә балалар һеҙҙең менән бергә Башҡортостан Республикаһының гимнын тороп тыңлап үтәйек.
Гимн яңғырай
Алып барыусы: Балалар, иғтибар менән ҡарағыҙ әле, мин ҡулымда нимә тотоп торам?
Балалар: Башҡортостан Республикаһының гербы.
Алып барыусы: Дөрөҫ, герб – ул Дәүләт символы, Башҡортостан Республикаһының үҙ аллылығының тағы бер билдәһе.
Алып барыусы: Гербта нимәләр төшөрөлгән? (Салауат Юлаев һәйкәле, ҡояш һүрәте, БР флагы, милли биҙәк менән уратып алынған, ҡурай сәскәһе).
Алып барыусы: Ысынлап та, Герб милли биҙәк менән уратып алынған түңәрәк эсендә Салауат Юлаев һәйкәле тора. Һәйкәлде сығып килгән ҡояш нурҙары балҡыта. Һәйкәлдең аҫтында – ҡурай сәскәһе, флаг төҫтәренә бялған таҫма, уның аҡ төҫлөһөнә “Башҡортостан” тип яҙылған.
Алып барыусы: Балалар ҡарағыҙ әле , экранда ниндәй символ?
Балалар: Башҡортостан Республикаһының флагы.
Алып барыусы: Флаг Башҡортостан Республикаһының флагындағы төҫтәр нимәне аңлата икән?
Балалар: Күк төҫ – изгелек сифаты,
Аҡ төҫ – именлек, сафлыҡ.
Йәшел – йәшәү мәңгелеге,
Татыулыҡ һәм азатлыҡ.
Алып барыусы: Урал Республикабыҙ: флагы тураһында бик матур шиғыр әҙерләгән. Әйҙә Урал һөйләп ишеттер әле.
Бала: Йәм – йәшел иген баҫыуы
Муйыл, сейә – шау сәскә.
Зәңгәр күк . Ҡурай тажындай
Ҡояш нурҙарын сәсә.
Йәшел, аҡ һәм зәңгәр төҫтәр –
Нәҡ беҙҙең байраҡ төҫө.
Яҙгә көндәй матур байраҡ –
Яратам шуның өсөн.
Алып барыусы: Ә хәҙер, беҙ һеҙҙең менән уйын уйнап алабыҙ. (Уйындың ҡағиҙәһен аңлатыу, уйынды мәктәп балалары менән дә уйнайбыҙ)
Уйын “Флагтың төҫтәрен дөрөҫ итеп һал”
Алып барыусы: Флагтың уртаһында нимә төшөрөлгән?
Балалар: Ҡурай сәскәһе.
Алып барыусы: Әйе, дөрөҫ. Ҡурай сәскәһе – башҡорт халҡының, ырыуҙарҙың берҙәмлеген аңлата. Башҡортостан флагында ла, гербында ла ҡурай һүрәтләнгән.
Легенданы ҡыҫҡаса һөйләй.
Алып барыусы: ҡурайҙың нисек килеп сығыуы тураһында башҡорт халҡы төрлө әкиәттәр һәм легендалар ижад иткән. “Ҡурай” легендаһы бер егеттең ҡырҙа йөрөгәндә бер моңло тауыш ишетеүе һәм шул моңға ҡаршы барыуы тураһында һөйләй. Көпшәле үләндән илаһи моң сыға. Ул ошо үләнде киҫеп ала һәм ауыҙына килтереп өрөп уйнап та ебәрә.
Алып барыусы: Ә хәҙер беҙҙең балалар башҡорт бейеүен бейеп күрһәтә.
“Башҡорт бейеүе”
Алып барыусы: Ҡайһылай матур итеп бейеп күрһәттегеҙ.
Алып барыусы: Башҡортостанды данлап шағирҙәр бик күп шиғырҙар яҙғандар. Беҙҙең балаларыбыҙ ҙа был шиғырҙарҙы яратып һөйләйҙәр Әйҙәгеҙ уларҙы тыңлайыҡ. (балалар шиғыр һөйләп ишеттерә)
Алып барыусы: халҡыбыҙ йыр моңға әүәҫ. Бер генә байрам да уйын- йырһыҙ үтмәй. Әйҙәгеҙ әле түңәрәккә тороп бергәләп уйнап бейеп алайыҡ.
Түңәрәк уйын “Әйләнәбеҙ-әйләнәбеҙ”

Алып барыусы: Афарин ҡыҙҙар, малайҙар бик матур итеп йырлап, бейеп куңел астығыҙ. Балалар, башҡорттар борон – борондан йәй көндәре йәйләүҙәрҙә йәшәгәндәр. Уларҙың йәшәгән өйҙәрен нисек атағандар икән?
Балалар: Тирмә.
Алып барыусы: Әйҙәгеҙ әле ҡунаҡтар менән бергә “Тирмә” уйынын уйнап алайыҡ. (уйынды аңлатып китә)
Уйын “Тирмә”

Алып барыусы: Башҡорт халҡының бик күп кәсептәре бар. Әйҙәгеҙ иҫкә төшөрөп үтәйек әле. Ниндәй кәсептәре бар?
Балалар: һунарсылыҡ, солоҡсолоҡ, малсылыҡ һ. б.
Алып барыусы: Бик яҡшы беләһегеҙ икән. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ атта йөрөргә яратҡандар. Улар ат менән һунарға йөрөгәндәр, дошмандарға ҡаршы көрәшкәндәр. Әйҙәгеҙ әле ике командаға тороп “Һыбайлылар” булып ярышып алайыҡ.
Уйын “Һыбайлылар”
Алып барыусы: ҡайһылай шәп батырҙар икән беҙҙең малайҙар!Бына шундай батыр егеттәребеҙ булғанда Башҡортостаныбыҙ ныҡлы терәкле булыр.
Алып барыусы: Башҡортостан! Һинең гүзәлеккә
Тиң булырлыҡ ерҙәр бар микән?
Аҡҡош кеүек ап – аҡ Ағиҙелкәй
Ҡайһы ғына илдә бар микән?!
Башҡортостан алһыу таң иле,
Гөлбаҡсалар иле, дан иле!
Йыр “Башҡортостан – гөлбостан”
Алып барыусы: Ҡәҙерле балалар, хөрмәтле ҡунаҡтар! Беҙҙең батыр малайҙарыбыҙ, гүзәл ҡыҙҙарыбыҙ Башҡортостаныбыҙҙың йөҙөк ҡашы, ғорурлығы булып торһон. Барығыҙҙы ла Республика көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һеҙгә именлек, һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ. (Балалар көй аҫтында залдан сығалар)